- - Бала саҡтан табип булырға хыялландым. Теләгем тормошҡа ашты һәм 33 йыл һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләйем. Был һөнәрҙе һайлағанға бер ҙә үкенмәйем. Эшемә байрамға кеүек теләп барам. Күп йыллыҡ хеҙмәтемде баһалап, маҡтаулы исем биргәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Артабан да район халҡы сәләмәтлеге хаҡына имен-һау эшләргә яҙһын, - тине Людмила Демидова.
Людмила Демидованы юғары наградаға эйә булыуы менән ҡотлайбыҙ һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге эшендә уңыштар теләп ҡалабыҙ!