ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2023, 09:25

Лайыҡлы баһа

Район мәҙәниәт йорто методисы Нәзифә Ҡыҙрасоваға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.

Лайыҡлы баһаЛайыҡлы баһа
Лайыҡлы баһа

- Мәҙәниәт өлкәһендә эшләүемә 30 йылдан ашыу. Һөнәремде яратам, район мәҙәниәт йорто икенсе өйөм кеүек яҡын. Күп йыллыҡ хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн ҡыуанам һәм рәхмәт белдерәм. Артабан да шулай һөҙөмтәле эшләргә яҙһын. Киләсәктә лә мәҙәниәт өлкәһе гөрләһен, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ижади үрҙәр яулаһын, һәммәбеҙҙәгә лә иҫәнлек-һаулыҡта, бәрәкәтле һәм мул тормошта йәшәргә яҙһын, - тине  Нәзифә Ҡыҙрасова  тәьҫораттары менән уртаҡлашып.

Нәзифә Фирҡәт ҡыҙын маҡтаулы исем алыуы менән ҡотлайбыҙ һәм эшендә уңыштар теләп ҡалабыҙ!

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас