ЙӘМҒИӘТ
6 Ноябрь 2023, 15:30

Хәйбуллалар Үҫәргән ырыуы ҡоронда ҡатнашты

   

Хәйбуллалар Үҫәргән ырыуы ҡоронда ҡатнаштыХәйбуллалар Үҫәргән ырыуы ҡоронда ҡатнашты
Хәйбуллалар Үҫәргән ырыуы ҡоронда ҡатнашты

Ейәнсура ерлегендә Үҫәргән ырыуы вәкилдәре ҡор йыйҙы. Йыйында башҡа район вәкилдәре менән бер рәттән Хәйбулла районы делегаттары ла ҡатнашты. Хәйбулла делегаттары исеменән Әбеш ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Таһир Юнысов сығыш яһап, хәйбулла үҫәргәндәренең йәшәйеше, көнкүреше, хәл итәһе көнүҙәк мәсьәләләре хаҡында һүҙ йөрөттө. Осрашыу барышында сәхнәнән бик күп фәһемле сығыштар яңғыраны.
Район мәҙәниәт йортонда йыйындың төп өлөшө уҙһа, артабан үҫәргәндәр бүленеп, төрлө майзансыҡтарға ырыуҙың мәғрифәтселәре, билдәле шәхестәре тураһында фекер алышты. Йыйын барышында шулай уҡ "Акбуҙат" журналы мөхәррире Лариса Абдуллина ҡатнашлығында балалар өсөн майҙансыҡтар ойошторолдо. Ҡор башы итеп Артур Хәсән улы Дәүләтбәков һайланды. Ырыу йыйыны штандарты Йылайыр районынан тапшырылып, үҫәргәндәрҙең киләһе йыйыны уларҙа үтәсәк.

Хәйбуллалар Үҫәргән ырыуы ҡоронда ҡатнашты
Хәйбуллалар Үҫәргән ырыуы ҡоронда ҡатнашты
Автор:Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте
Читайте нас