ЙӘМҒИӘТ
2 Ноябрь 2023, 10:46

Ил инәһенә - 90 йәш!

Сиҙәм ауылында йәшәүсе Әнисә Сәлих ҡыҙы Ҡазиханова бөгөн үҙенең туҡһан йәшен билдәләй!

Ил инәһенә - 90 йәш!Ил инәһенә - 90 йәш!
Ил инәһенә - 90 йәш!

Дүртөйлө районында тыуып үҫкән Әнисә Сәлих ҡыҙы Сиҙәмгә алтмышынсы йылдарҙа ғаиләһе менән күсеп килә. Ауыл хужалығы тармағында төрлө эштәрҙә көс түгә. Тормош иптәше менән бергәләп өс балаға ғүмер бүләк итә улар. Бәләкәйҙән хеҙмәт менән сынығып үҫкән Әнисә Сәлих ҡыҙы бала сағы ауыр осорға тура килеүгә ҡарамаҫтан, үҙенең 90 йәшендә иҫ киткес оптимизм һәм тормош һөйөүсәнлекте һаҡлап ҡалған. Бөгөн дә эшһеҙ ултырмай, йорт эштәре менән шөғөлләнә, үҙ аллы хужалыҡ эштәрен башҡара. Балаларының хәстәрлекле иғтибарында һәм яҡлауында бәхетле ҡартлығын кисерә. Бәхет өсөн уның барыһы ла бер, тыуған көн теләге бер генә – илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, бөтә ир-егеттәр тиҙерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын!

 

Сығанаҡ һәм фотолар: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас