

Федоровка ауылынан ҡыйыу яугир II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
Ғәйнислам былтыр сентябрҙә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә СВО-ға йүнәлтелә. Хәрби миҙал Ғәйнисламдың яҡындары өсөн генә түгел, ә хәрбиҙәргә төрлө яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған ауылдаштары өсөн дә оло ғорурлыҡ. Федоровка ауылы халҡы гуманитар йөктәр әҙерләүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә. Әле яңыраҡ ҡына улар махсус хәрби операция зонаһына оҙатыу өсөн кәбеҫтә тоҙларға бергәләп йыйылды. Был файҙалы һәм танһыҡ ризыҡ ошо көндәрҙә махсус хәрби операция зонаһына килтереләсәк.
Администрация Хайбуллинского района