ЙӘМҒИӘТ
1 Ноябрь 2023, 05:35

Ҙур Арыҫланғолдар изге эшкә тотондо

Ауылдаштарҙың берҙәмлеге һәм тырышлығы менән Сик ауылы зыяратының ҡоймалары яңыртылды.

Ҙур Арыҫланғолдар изге эшкә тотондоҘур Арыҫланғолдар изге эшкә тотондо
Ҙур Арыҫланғолдар изге эшкә тотондо

Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, тип юҡҡа ғына әйтмәй халыҡ. Зыяраттарҙы тәртиптә тотоу — һәр беребеҙҙең изге бурысы.  Шуға күрә, "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында  ҡатнашыу тураһында һүҙ сыҡҡас, Әбеш ауыл биләмәһенә ҡараған Ҙур Арыҫланғол ауылы халҡы оҙаҡ ваҡыт уйлап тормай ауыл зыяратын төҙөкләндереү тураһында ҡарар ҡабул иткән.

Проектты бойомға ашырыуҙа ауыл халҡы, яҡташтары әүҙем ҡатнаша, бағымсылары ла табыла.  Хәҙер зыярат тирәләй яңы ҡойма ҡуйыла. Уның оҙонлоғо 640 метрҙан ашыу тәшкил итә.

Республикала бер нисә йәл рәттән урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы уңышлы эшләп килә, уның сиктәрендә районда йәшәүселәр үҙ ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү мөмкинлеге алды. Әйтергә кәрәк, Әбеш ауыл биләмәһе "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында даими ҡатнаша. Бына инде нисәнсе йыл бөтә ғаризалар ҙа улар еңеүсе була. 

Ҙур Арыҫланғолдар изге эшкә тотондо
Ҙур Арыҫланғолдар изге эшкә тотондо
Ҙур Арыҫланғолдар изге эшкә тотондо
Ҙур Арыҫланғолдар изге эшкә тотондо
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас