ЙӘМҒИӘТ
1 Ноябрь 2023, 08:17

Лайыҡлылар бүләкләнде

Бөгөн Ивановка ауылынан Хәмитйән Хәйретдин улы Абдуллинға «Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Ә Воздвиженка ауылынан Сергей Анатольевич Лоскутов  Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды

Лайыҡлылар бүләкләндеЛайыҡлылар бүләкләнде
Лайыҡлылар бүләкләнде

Баш ҡалабыҙ Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Бүләкләнеүселәр иҫәбендә, ғәҙәттәгесә, хәйбуллалар ҙа бар. Бының тураһында Хәйбулла районы хакимиәте Рөстәм Шәрипов үҙенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр итте:

«Хәмитйән Хәйретдин улы Абдуллинға «Башҡортостан Республикаһының Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. Юғары эшлекле сифаттары һәм тырышлығы арҡаһында Хәмитйән Хәйретдин улы ябай тракторсынан алып предприятие етәксеһенә тиклем юл үтә. Бөгөнгө көндә ергә һөйөүен ул улына ла һеңдерә, бөгөн улы Борис предприятие менән етәкселек итә һәм атаһы менән берлектә хужалыҡты үҫтереүҙе дауам итә, ер эшкәртә һәм иген сәсә.
Райондың тағы бер хеҙмәт династияһы вәкиле Сергей Анатольевич Лоскутов та бөгөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Агросәнәғәт комплексында ул 28 йылдан ашыу эшләй Һәм Лоскутовтар хужалығында эштең үҙенсәлеге шунда: иген культураларының юғары уңышына улар игенселектең агротехник ысулдарын үтәү иҫәбенә өлгәшә. Улар малсылыҡты ла әүҙем үҫтерә. Аграрийҙарыбыҙҙы лайыҡлы наградалары менән ихлас ҡотлайым. Уларҙың райондың ауыл хужалығын үҫтереүгә индергән өлөшө юғары кимәлдә баһаланыуына ихлас шатмын. Аграрийҙарыбыҙға эштә тағы ла юғарыраҡ күрһәткестәр, шулай уҡ һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!»

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас