

12 сәғәтлек смена, ауыр эш һәм етди тәртип—бындай шарттарҙа һәр кем эшләй алмай.
Шуға күрә бындай хеҙмәткә күнеккәндәр генә оҙаҡ йылдар ҡеүәтле “тимер ат”ты йүгәнләй. Альберт Мәмбәтов та тап шундай тырыштар рәтендә. 25 йыл дөйөм водитель стажының 15-ен “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты”ның автотранспорт цехында эшләй. Коллегалары һәм цех етәкселеге уны тик яҡшы яҡтан телгә ала.
Альберт Аҡмалетдин улын өйҙә ҡатыны һәм өс ҡыҙы көтә. Мәмбәтовтар бергәләп балыҡҡа йөрөргә ярата. Ә кистәрен уларҙың йорто гармун, ҡурай һәм гитара моңдарына күмелә. Ғаилә башлығы техниканы оҫта йөрөтөүҙән тыш, музыка инструменттарында уйнарға маһир.