

Бүребай ауылының Разведка биҫтәһендә балалар өсөн уйын майҙансығы барлыҡҡа килде. Был Бүребай тау предприятиеһының кескәйҙәргә бүләк иткән дүртенсе майҙансыҡ.
Балалар майҙансығы яҡты, заманса, күп функциялы, ә иң мөһиме хәүефһеҙ! Ул төрлө уйын төрҙәре өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар, шулай уҡ ата-әсәләр өсөн уңайлы эскәмйәләр менән йыһазландырылған.
Бәләкәстәр тәьҫораттары менән уртаҡлашып, был майҙансыҡ уларҙың дуҫтары менән уйнау һәм күңелле ваҡыт үткәреү өсөн тағы бер матур урын булып киткән, ти.
Яңы уйын майҙансығынан шатлыҡ һәм ләззәтте ата-әсәләр ҙә уртаҡлаша, улар предприятиеның етәкселегенә һәм коллективына балалар өсөн шундай матур урын булдырғаны өсөн рәхмәт белдерә.
фото һәм сығанаҡ: Бүребай ауыл биләмәһе хакимиәте