ЙӘМҒИӘТ
31 Октябрь 2023, 15:42

Алтын көҙҙә — алтын туйҙар

Ивановкалар ауылдаштары Тәлғәт һәм Бикә Азаматовтар, Хәким һәм Фәнүзә Байсуриндарҙы  матур ғаилә байрамдары менән тәбрикләне

Алтын көҙҙә — алтын туйҙарАлтын көҙҙә — алтын туйҙар
Алтын көҙҙә — алтын туйҙар
Алтын көҙҙөң сыуаҡ көнөндә бер- береһен ихтирам иткән,һөйгән,тормош мәшәҡәттәрен,ауырлыҡтарын еңеп сығып,бер- береһенә терәк булып йәшәгән,ғаилә усағын һүндермәйсә, быуындар ебен тигеҙ тотоп, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүсе , алтын туйынан муллыҡ туйына аяҡ баҫыусы Тәлғәт Ҡәнзәфәр улы, Бикә Зәйнулла ҡыҙы Азаматовтар, Хәким Ихсан улы, Фәнүзә Ғәббәс ҡыҙы Байсуриндарҙың татыу ғаиләләрен матур байрамдары менән ҡотлау өсөн ауыл клубында уларҙың балалары,ейән-ейәнсәрҙәре,туғандары,ғаилә дуҫтары йыйылды. Йәш еңгәйҙәр ҙе яҫтыҡ ҡа баҫтырып, бал-май ҡаптырыу, һыу ға башлау, еҙнәйҙэр инде кәнфит һибеп оҙатып алыуҙары, 50 йыл элек булған йәшлек туйҙарын хәтерләтте.
50 йыл иңде иңгә-иң терәп ғүмер итеүсе алтын парҙар ға балалары, туғандары, ауылдаштары ҡалған ғүмерҙәрен дә именлектә,ныҡлы һаулыҡта ,шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа бергәләп йәшәргә яҙһын,тигән теләктәр теләп,бүләктәр менән бергә йырлы –моңло сәләмдәрен дә еткерҙеләр. Ауыл мәҙәниәте үҙешмәкәр әртистәре, Гүзәл Билалова, Хәмдиә Итбаева, Гөлнара Кунакова, "Утарбай" - ир егеттәр,"Шишмә" -ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамблдәре, Фәйрүзә һәм Әүхәт Карпеев тар, мәктәп уҡыусыларының бейеүҙәре, музыкаль яҡтан кисә гә йәм өҫтәнеләр.
Алтын көҙҙә — алтын туйҙар
Алтын көҙҙә — алтын туйҙар
Алтын көҙҙә — алтын туйҙар
Алтын көҙҙә — алтын туйҙар
Алтын көҙҙә — алтын туйҙар
Автор:Ивановка мәҙәниәт йорто
Читайте нас