ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь 2023, 06:44

Тарихтың ҡара бите...

Хәйбулла районында  бөгөн сәйәси золомға дусар булған ете кеше йәшәй

Тарихтың ҡара бите...Тарихтың ҡара бите...
Тарихтың ҡара бите...

30 октябрь –сәйәси репрессия ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.

 Беҙҙең районда әлеге ваҡытта  сәйәси золом ҡорбаны булған ете кеше йәшәй. Үткән тарихты үҙгәртеп булмай.  Тормош дауам итә. Ошо көндө йәмәғәт ойошмалары ағзалары һәм  ауыл биләмәлдәре вәкилдәре  нахаҡҡа ғәйепләнеп репрессияланғандар менән осрашты.  Уларҙың һәр береһе менән аралашып,  мөрәжәғәт һәм тәҡдимдәрен тыңлап, хәл итергә тырышалар. Шул тынысһыҙ ваҡыттарҙа һәләк булғандар ҙа онотолмай.  

Эйе, бик ауыр йылдар булған,  беҙҙең республиканан да 50 меңдән ашыу кеше нахаҡҡа ғәйепләнеп, репрессияға эләккән. Улар – урыҫ, башҡорт, татар һәм башҡа милләттәрҙән, крәҫтиәндәр, эшселәр, интеллигенция вәкилдәре, руханиҙар...

 


Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас