ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь 2023, 06:20

Өфө ауылы водителдәр династияһы менән данлана

Бында  Автомобилистар көнөнә ҡарата автоуҙыш үтте #АйыҡАуыл2023

Өфө ауылы  водителдәр династияһы менән данланаӨфө ауылы  водителдәр династияһы менән данлана
Өфө ауылы водителдәр династияһы менән данлана

Өфө ауылында Автомобилистар көнөнә ҡарата байрам автоуҙышы ойошторолдо.

Ауыл водителдәр династияһы менән данлана. Бына улар: Ғәлләмовтар, Туленковтар, Манишевтар, Костюковтар, Юлановтар, Триколенко, Иҫәньюловтар, Мөҙәрисовтар, Галиндар.  Уларҙың күбеһе оҙаҡ йылдар дауамында  “Матрай” совхозының үҙәк бүлексәһендә эшләй. Күп егеттәр әлеге ваҡытта сәнәғәт предприятиеларында водитель булып эшләй.

Автоуҙыш профессиональ водителдәрҙе генә түгел, автоһөйөүселәрҙе лә йыйҙы. Улар Өфө ауылы урамдары буйлап,  автомобилистарҙы байрам менән сәләмләне.  Автоуҙыш бик ҡыҙыҡлы булып, барыһына ла яҡшы кәйеф бүләк итте.

Администрация Хайбуллинского района

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас