

Яковлевка ауылынан Илгиз Юнир улы 18 октябрҙә махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булды. Ил һаҡсыһын хәйбуллалар оло хөрмәт менән һуңғы юлға оҙатты.
Илгиз Рәжәпов Яковлевка мәктәбенең 9-сы класын тамамлағандан һуң, Сибай политехник колледжында белем ала. Һуңынан хәрби хеҙмәткә алына һәм һауа-десант ғәскәрҙәрендә БТР водителе булып хеҙмәт итә. Һуңғы йылдарҙа ул Яҡутстанда эшләй. 2023 йылдың июлендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй, һәм Тыуған илде һаҡлап, махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Илгиз Рәжәпов күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң, Батырлыҡ ордены менән наградланды.
Бәхилләшеү сараһына, геройҙы һуңғы юлға оҙатырға туғандары, яҡындары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары, ауылдаштары, район халҡы йыйылды. Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссар Ринат Зәбиров, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡыев, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
Хәйбулла батыры Илгиз Юнир улы Рәжәповтың туғандарының, яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, һалдат!