

«Рәхимов уҡыуҙары» фәнни конференцияһы беренсе тапҡыр уҙғарылды. Мәртәбәле сара билдәле яҡташыбыҙға бәйле булған иҫтәлекле урындар буйлап экскурсия менән башланды. Бер төркөм тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм сараның ҡунаҡтары автобусҡа ултырып, иң башта Аҡъяр ауылындағы Рафайыл Рәхимов исемен йөрөткән урамға юлланды. Бында 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Гөлсәсәк Ниғмәтуллина ошо урамдың тарихы һәм бөгөнгөһө менән таныштырҙы. Артабан сәфәрҙә ҡатнашыусылар Рафайыл Сәләхетдин улы йәшәгән Йәштәр урамындағы йортҡа барып, уға арналған таҡтаташҡа сәскәләр һалды. Экскурсия район музейында тамамланды – бында музей хеҙмәткәре Гөлсирә Карсанова Рафайыл Рәхимовтың йыйған уникаль тарихи материалдарын күрһәтте. Һуңынан барыһы ла үҙәк район китапханаһына йыйылды.
«Рәхимов уҡыуҙары»нда ҡатнашыусылар Рафайыл Рәхимовтың хеҙмәттәрендә тарихи ваҡиғалар һәм билдәле шәхестәр, топонимика, Ырымбур өлкәһенең Ишбирҙе ауылы тарихына һәм башҡа темаларға арналды. Шулай уҡ бер нисә сығышта Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылы, шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Фән һәм мәғрифәт йылына арнаны. Был аңлашыла ла – оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһенә бағышлаған Рафайыл Сәләхетдин улы Хәйбулла районында мәғариф системаһының үҫешен, тәүге мәғрифәтселәрҙең тормош юлын өйрәнеп, был темаға бихисап мәҡәләләр яҙған.
Күренекле тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы Рафайыл Сәләхетдин улы Рәхимов менән хәйбуллалар сикһеҙ ғорурлана. Халҡыбыҙҙың, ауылдарыбыҙҙың тарихы оло быуын вәкилдәренең хәтерендә, архив материалдарында һаҡланған. Был рухи байлыҡты үҙ ваҡытында йыйыу, һаҡлау, туплау эшенә ҙур көс һалған шәхес ул...
Тулыраҡ «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенең 44-се һанында уҡығыҙ.