ЙӘМҒИӘТ
24 Октябрь 2023, 16:35

«Сенсей»ға подполковник званиеһы бирелде

     

«Сенсей»ға подполковник званиеһы бирелде«Сенсей»ға подполковник званиеһы бирелде
«Сенсей»ға подполковник званиеһы бирелде

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Таһир Күсимов исемендәге батальон командиры «Сенсей» позывнойлы майорға подполковник званиеһы бирелгән. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы хәбәр итә.

«Һеҙ был исемгә лайыҡ. Алда әле беҙҙе күп эштәр көтә. Һеҙ яҡшы офицерҙарҙың береһе. Киләсәктә лә шулай булһын, еңеүгә ынтылайыҡ, һалдаттарыбыҙ тураһында хәстәрлек күрәйек. Берҙәмлектә - көс», — тигән һүҙҙәр яңғырай видеояҙмала.

Сентябрь айында «Сенсей» махсус хәрби операция зонаһынан республика халҡына сәләм еткергәйне. Башҡорт яугирҙәре яҡташтарының ярҙамын тоя, тине ул үҙенең мөрәжәғәтендә.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас