ЙӘМҒИӘТ
24 Октябрь 2023, 10:01

Бүребайҙар ҙур өмәгә сыҡты

*

Бүребайҙар ҙур өмәгә сыҡтыБүребайҙар ҙур өмәгә сыҡты
Бүребайҙар ҙур өмәгә сыҡты

Ҡышҡы һыуыҡтар алдынан  ауылдың предприятие һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә ҡараған территорияларҙы, йәмәғәт урындарын һәм урамдарҙы тәртипкә килтерҙе.

“Бүребай тау- байыҡтырыу комбинаты” предприятиеһы  өмәлә әүҙем ҡатнашып, кәрәкле техника менән дә тәьмин итте. Сәнәғәт предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре  Шайморатов урамы 12-се йорт һәм Тыныслыҡ урамы 20-се йорт территорияларын таҙартыу буйынса ҙур эш башҡарҙы. Сөнки был ике урында элек авария хәлендәге ҡоролмалар, ҡый-ғыпыр һәм сүп ҡыуаҡлыҡтары баҫып алған булһа,  тиҙҙән унда  Разведканы ауылдың башҡа өлөшө менән тоташтырған юл буласаҡ.

“Был юлдар беҙгә бик кәрәк.  Сөнки  ауыл үҙәгенә барыу өсөн тар ғына урамдар буйлап уратып йөрөргә тура килә”,--ти “Разведка”ла йәшәүселәр.

Администрация Хайбуллинского района

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас