ЙӘМҒИӘТ
23 Октябрь 2023, 16:07

"Ватанды һаҡлау - изге эш!"

Бәләкәй Арыҫланғол ауылы клубында ошондай исем аҫтында әрме сафына баҫасаҡ буласаҡ ил һаҡсыларын оҙатыу кисәһе үткән.

"Ватанды һаҡлау - изге эш!""Ватанды һаҡлау - изге эш!"
"Ватанды һаҡлау - изге эш!"

Бәләкәй Арыҫланғол ауылы клубында ошондай исем аҫтында әрме сафына баҫасаҡ буласаҡ ил һаҡсыларын оҙатыу кисәһе үткән. Әлеге көндә ауылдан өс һалдат илебҽҙҙең төрлө тарафтарында изгҽ бурыстарын үтәйҙәр икән. Ошо арала уларҙың хеҙмәттәрҽн тултырып ҡайтыуҙарын көтә вәзәмдәр. Уларға алмашҡа тағы өс һалдат әрмегә юлланды - Усманов Вәли, Теләүғолов Ғайсар һәм Сурин Зөфәр. Егеттәрҙең барыһы ла быйыл Аҡъяр тау коллҽджын тамамлағандар, спортты яраталар, саңғы ярыштарында һәр ваҡыт алдынғылыҡты бирмәгән, хоккейҙы ла үҙ иткән көслө, физик яҡтан яҡшы әҙерлекле шәп егеттәр. Әйткәндәй, әрме сафында хәрби бурысын үтәү йәһәтенән Әбеш ауыл биләмәһе егеттәре районда һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә. Әрме хеҙмәтенән тайпылып, ҡасып йөрөүселәр булмай бында бер ваҡытта ла. Үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәп ҡайтыуҙарына шик юҡ вәзәмдәрҙең дә. Аҡ юл һҽҙгә, егеттәр, иҫән - һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтығыҙ!

#АйыҡАуыл2021

 

Сығанаҡ һәм фотолар: район хакимиәте.

Автор:
Читайте нас