ЙӘМҒИӘТ
23 Октябрь 2023, 16:31

Герой-ҡала һеҙҙе көтә!

Конкурста ҡатнашығыҙ. Бының өсөн 31 октябргә тиклем ғариза бирергә кәрәк.

Еңеү ирекмәндәре «Еңеү ейәндәре. Ленинград» халыҡ-ара конкурсына ғаризалар ҡабул итә башлай. Еңеүселәр 25-29 ғинуарҙа Санкт-Петербургта һәм Ленинград өлкәһендә слётта, Ленинград ҡалаһын фашист блокадаһынан тулыһынса азат итеүгә арналған иҫтәлекле сараларҙа ҡатнашасаҡ.

Конкурста нисек ҡатнашырға?

- волонтёрыпобеды.рф сайтында теркәлергә кәрәк

- 31 октябргә тиклем «Еңеү ейәндәре. Ленинград» халыҡ-ара конкурсына ғариза бирергә  

- Конкурс үткәреү тураһындағы Положениела яҙылған конкурс йөкләмәһен үтәргә

- 5 декабрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһауҙы көтөргә.

ИҪКӘРМӘ: ҡатнашыусыларҙың йәше 18 йәштән өлкән булырға тейеш. Герой-ҡала Ленинград көтә!

#ВолонтёрыПобеды #ВнукиПобеды #БлокадаЛенинграда #НеТолько9мая

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас