

Бөгөн "Айыҡ ауыл 2023" конкурсында ҡатнашыусы Оло Әбҽш ауылы халҡы экологик өмәгә сыҡҡан.
"Арба" йылғаһының сыҡҡан урынын кәртәләп, эргә-тирәһен сүп-сарҙан таҙартып ҡуйған улар. Өмәлә Әбҽш ауылының әүҙем ир-ҽгеттәренән торған ирҙәр ҡоро ҡатнашҡан. Элек был ҡоҙоҡто Ғәлләу ҡоҙоғо тип йөрөткәндәр, Әбҽш ауылында йәшәүсҽ был кешҽ ҡоҙоҡто таҙалап, тәрбиәләп торған, күрәһең. Ә ошо ҡоҙоҡтан сыҡҡан шишмә һыуы Әбеш ауылына килеп ҽткәнсе тағы өс-дүрт бәләкәс йылғаны ҡушып алып ҡәҙимге ҙурайып китә икән. Арбалы кҽшеләр Әбеш тауын сыҡҡансы ошо йылғаны бер нисә урындан кисҽп сығырға, ҡайһы бҽр урындарынан хатта йылға буйлап барырға ла мәжбүр булғандар. Шуға күрә лә тора-бара йылға "Арба" йылғаһы тигән исем алған да инде.
#Айыҡауыл2023
Сығанаҡ һәм фотолар: район хакимиәте