ЙӘМҒИӘТ
20 Октябрь 2023, 08:37

Иҫән-һау ғына ҡайтығыҙ, уландар!

Юлбарыҫ ауылында борондан килгән йола – буласаҡ һалдаттарҙы әрмегә оҙатыу сараһын уҙғарҙылар.  Оҙаҡламай Байморат Вәхитов һәм Айгиз Йәнтүрин  хәрби хеҙмәт итеү частарына юлланасаҡ.

Иҫән-һау ғына ҡайтығыҙ, уландар!Иҫән-һау ғына ҡайтығыҙ, уландар!
Иҫән-һау ғына ҡайтығыҙ, уландар!

Юлбарыҫ ауылында «Айыҡ ауыл»  республика конкурсының район этабы сиктәрендә буласаҡ һалдаттарҙы әрмегә оҙатыу кисәһен ойошторҙо. Тиҙҙән ошо  ауыл егеттәре Байморат Вәхитов һәм Айгиз Йәнтүрин  хәрби хеҙмәт итеү частарына юлланасаҡ.

Был борондан килгән йола, әммә әлеге ваҡытта егеттәрҙе армияға оҙатыу саҡ ҡына икенсерәк төҫ алды, ата-әсәнең дә, башҡа ауылдаштарҙың да йөҙөндә хафа күберәк сағыла.  Ҡәҙерләп, ел-ямғырҙан һаҡлап үҫтергән балаларын бөгөнгө заманда әрмегә ебәрергә ҡурҡҡан ата-әсәләрҙе аңларға мөмкин. Шулай ҙа, бәләкәйҙән патриотик тәрбиә алып, спорт менән шөғөлләнеп үҫкән егеттәрҙе бер ниндәй ҡаршылыҡтар ҙа ҡурҡытмай, улар Ватанды һаҡлауҙы ил алдындағы төп бурысы тип һанай. Тап уларға тыныслыҡ һаҡлауҙы ышанып тапшырырға мөмкин дә инде.

Йыр-моңдар менән оҙатылған сара барышында  Һамар ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рафаэль Кәримов, Район Советы депутаты Урал Таймасов, ауылдың ветерандар советы етәксеһе Фәриҙә Таймасова, ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Лилиә Таймасова буласаҡ һалдаттарға иң изге теләктәрен еткерҙе. Афған һуғышы ветераны, ауыл имамы Хәсән Таймасов та егеттәргә өгөт-нәсихәттәр әйтеп, изге фатиха бирҙе.

 Байморат менән Айгиздең Ватан алдындағы бурыстарын намыҫ менән атҡарып, тыуған яғына иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!

Иҫән-һау ғына ҡайтығыҙ, уландар!
Иҫән-һау ғына ҡайтығыҙ, уландар!
Иҫән-һау ғына ҡайтығыҙ, уландар!
Иҫән-һау ғына ҡайтығыҙ, уландар!
Иҫән-һау ғына ҡайтығыҙ, уландар!
Иҫән-һау ғына ҡайтығыҙ, уландар!
Иҫән-һау ғына ҡайтығыҙ, уландар!
Иҫән-һау ғына ҡайтығыҙ, уландар!
Иҫән-һау ғына ҡайтығыҙ, уландар!
Иҫән-һау ғына ҡайтығыҙ, уландар!
Иҫән-һау ғына ҡайтығыҙ, уландар!
Иҫән-һау ғына ҡайтығыҙ, уландар!
Иҫән-һау ғына ҡайтығыҙ, уландар!
Иҫән-һау ғына ҡайтығыҙ, уландар!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас