

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың сираттағы бер төркөм яҡындары Бөгөн Баймаҡ районы Манһар ауылына юлланды.
Район хакимиәте ярҙамында булдырылған был махсус тур өсөнсө тапҡыр ойошторола. Бығаса яугир яҡташтарыбыҙҙың әсәләре ике тапҡыр Бөрйән районында урынлашҡан Шүлгәнташ мәмерйәһендә булып ҡайтҡайны. Был юлы тур маршрутына бөйөк дин әһеле, әүлиәһе һәм изге шәхесе - Мөжәүир Хәҙрәттең ҡәберенә зыярат ҡылыу ниәтләнгән. Билдәле булыуынса, был изге ерҙән халыҡ ағымы өҙөлмәй. Мөжәүир Хәҙрәттең рухына аят бағышларға, шифалы шишмә һыуынан ауыҙ итергә теләүселәр күп.
Күңел тыныслығы алып, имен-һау йөрөп ҡайтһын батыр егеттәребеҙҙең яҡындары!
Администрация Хайбуллинского района