

Районда социаль координатор эш башланы. Уның маҡсаты СВО ветерандарының һәм һәләк булған (үлгән) СВО яугирҙарының ғаилә ағзаларын комплекслы шәхси оҙатыуын ойоштороуға йүнәлтелгән. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса ойошторолдо.
Социаль координаторҙарға ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә. Улар СВО ветерандарына һәм уларҙың яҡындарына льготалар менән файҙаланыу, төрлө хоҡуҡи һәм көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү, психологик һәм башҡа төрлө социаль ярҙам күрһәтә.
Хәйбулла районында социаль координатор –Лилиә Рафаил ҡыҙы Бүкәнбаева. Адресы: Аҡъяр ауылы, Муса Гәрәев урамы, 40 (икенсе ҡат) Телефон: 89177748293.