

Өфө ауылынан бер төркөм ололар һәм йәштәр экологик өмәгә сығып, ауыл халҡының яратҡан шишмәһен тәртипкә килтергән. Күмәкләгән - яу ҡайтарған тигәндәй, эшебеҙ бик ырамлы, күңелле барҙы, тип хәбәр итә өфөләр.
Халыҡты әйҙәп йөрөүсе Зөлфиә Юлдашева ошо өмәнең ойоштороусыһы ла. Алдан төрлө кәрәк-яраҡтарҙы әҙерләп ҡуйып, йыйылған халыҡ шишмәнең тимер ҡапҡасын, ял итеү урынын, шишмәне уратып алған ҡойманы эсле-тышлы буяп ҡуйған.
Эш араһында өйҙән килгән тәмлекәстәр менән шишмә һыуынан ҡайнатылған самауыр сәйе эсеү үҙе бер байрамға әүерелгән.
- Дәртле йырҙар йырлашып, көлөшөп ултырып, һалҡын ҡыш көндәрендә иҫкә алып һөйләрлек хәтирә булып, күңелебеҙҙә һаҡланыр,- ти өмәселәр.
Ауыл йәме булған, тәмле һыулы шишмәләрҙең тирә-яғын таҙа тоторға, эргә-тирәһен сүп-сарҙан таҙалап, шишмәнең сихәтле һыуын эсеп ҡыуанып йәшәргә саҡыра Өфө ауылы халҡы башҡаларҙы ла!
#АйыҡАуыл2023
#ТрезвоеСело2023