

Татыр-Үҙәк ауылы мәктәбендә махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Зәкир Исҡужин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.
Таҡтаташты асыу митингыһында район һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәре вәкилдәре, яугирҙың туғандары, дуҫтары, ауыл халҡы, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Зәкир Зөфәр улы Исҡужин 1985 йылда Маҡан ауылында донъяға килгән. Күп балалы, татыу ғаиләлә үҫә һәм тәрбиәләнә. Ғаиләлә икенсе бала була. 2002 йылда Татыр-Үҙәк мәктәбен тамамлағандан һуң, Аҡъяр ауылындағы 110-сы һөнәрселек училищеһында машина-трактор паркын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса мастер һөнәренә уҡыған. 2003 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, армияла уҡсы булараҡ хәрби бурысын үтәй. 2004 йылда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм ике йыл Йәһүд автономиялы өлкәһендә хеҙмәт итә. Демобилизацияланғандан һуң, «Башҡорт баҡыры» предприятиеһында төҙөүсе булып эшләй. 2014 йылдан Атингән ауылында йәшәгән. 2022 йылдың 27 сентябрендә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм һуңынан махсус хәрби операция биләмәһенә ебәрелә. Быйыл 8 августа алыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк була. Зәкир Исҡужин хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградлана.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡаһарман яҡташыбыҙ тураһында хәтер мәңге һаҡланасаҡ тип белдерҙе.
–Уҙған йылдың көҙөндә Зәкир Зөфәр улы өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылды һәм шунан алып махсус хәрби операция биләмәһендә ил һағында торҙо. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яугирҙар менән осрашыу барышында, Зәкир Исҡужин хәрбиҙәргә ярҙамдары өсөн райондаштарына оло рәхмәтен белдерҙе һәм изге күңелле, ябай ауыл егете булараҡ хәтерҙә уйылып ҡалды. Бөгөн уның хөрмәтенә асылған таҡтаташ ошо мәктәптә белем алған уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләп, Тыуған илеңде яратырға, бер-береңде ихтирам итергә, остаздарҙы һәм һабаҡташтарыңды ҡәҙерләргә өндәй, – тине ул.
Татыр-Үҙәк мәктәбенең директоры Гөлназ Назарова үҙ сығышында ошондай ҡаһарман улды тәрбиәләгән туғандарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Мемориаль таҡтаташты асыу хоҡуғы муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа һәм геройҙың апаһы Рәүилә Әминеваға бирелде. Сығыштарҙан һуң митингта ҡатнашыусылар мемориаль таҡтаташ янына сәскәләр һалды һәм батырҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Батырҙар һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә, уларҙың даны – үлемһеҙ!
Фекерҙәр:
Рәүилә Әминева, Зәкир Исҡужиндың апаһы:
–Ғаиләлә өс бала үҫтек. Әлеге ваҡытта бәләкәй ҡустым килен менән Себерҙә йәшәй. Үҙем ғаиләм менән Әбеш ауылында донъя көтәбеҙ, ете бала тәрбиәләйбеҙ. Зәкир ҡустым беҙҙең менән бергә йәшәне, былтыр өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылғас, махсус хәрби операция биләмәһенә бергәләшеп оҙаттыҡ. Ә быйыл май айында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда уны күмәкләп ҡаршы алдыҡ һәм оҙаттыҡ. Һуңғы тапҡыр августа шылтыратҡанда, ул көҙ көнө отпускыға ҡайтҡанда өй алырға теләге булыуын белдергәйне. Ләкин был хыялы тормошҡа ашманы, ҡустым һәләк булды... Бөгөн Зәкирҙе йәнә ихтирам менән иҫкә алып, уның хөрмәтенә таҡтаташ асыуҙа ҡатнашҡандарҙың һәммәһенә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Был беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн дә оло иҫтәлек.
Сөмбөл Ҡотоева, Зәкир Исҡужиндың класташы:
–1-сенән 9-сы класҡа тиклем Йылайыр районы Япарһаҙ ауылы мәктәбендә бергә уҡыныҡ. Класта беҙ икәү генә булдыҡ. Зәкир шаян, шуҡ, ярҙамсыл булды. Уның иҫтәлегенә таҡтаташ асылыу бик мөһим ваҡиға. Сөнки яуҙа башын һалған ил һаҡсыһы мәңгеләштереүгә лайыҡ. Зәкир Исҡужин өлгөһөндә Татыр-Үҙәк мәктәбе уҡыусылары яҡшы уҡып, изгелекле, кешелекле, илһөйәр булып үҫерҙәр тип ышанам.