

Яковлевка ауылынан Йосоп һәм Римма Сабитовтарға улдары хеҙмәт иткән хәрби частан Рәхмәт хаты килде. Уларҙың улы, “Башкир” позывнойлы егет, әле махсус хәрби операция зонаһында.
Хәрби часть командиры, гвардия полковник В.Балацан яҙған хатта яугирҙың ата-әсәһенә хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән, хәрби операция зонаһында ҡыйыулыҡ күрһәткән ысын ир-егет тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн рәхмәт белдерә. “Һеҙҙең улығыҙ командирының ышаныслы ярҙамсыһы, ысын Ватан һаҡсыһы, хәрби иптәштәренә үрнәк булып тора. Ғаиләлә алынған яҡшы тәрбиә уға хәрби шарттарҙа ҡатмарлы бурыстарҙы үтәгәндә лә ярҙам итә. Һеҙ ысын ир-егет тәрбиәләп үҫтергәнһегеҙ һәм уның менән хаҡлы ғорурлана алаһығыҙ”,--тиелгән хат юлдарында.
Яҡташыбыҙ, Яковлевка ауылы егете былтыр сентябрҙә үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына юллана. Уға тиклем Себер тарафтарында, Силәбе өлкәһендә шахтер булып эшләй. “Башкир” позывнойлы яугир тиҙҙән отпускыға ҡайта һәм ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ лы награда менән бүләкләнәсәк. Өйҙә иһә уны яҡындары өҙөлөп көтә.