ЙӘМҒИӘТ
13 Октябрь 2023, 05:50

Вәлиттәр “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнаша

Ауылда ниндәй эштәр башҡарылыуы тураһында тулыраҡ һылтанма аша инеп уҡығыҙ #АйыҡАуыл2023  

Вәлиттәр “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнашаВәлиттәр “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнаша
Вәлиттәр “Айыҡ ауыл” бәйгеһендә ҡатнаша

“Айыҡ ауыл” конкурсы һуңғы йылдарҙа Хәйбулла районында киң танылыу яулап, йылдан-йыл күберәк ауылдар уға ҡушыла бара.

Республика конкурсының муниципаль этабына быйыл вәлиттәр ҙә ҡушылды. Именлек, әүҙемлек йәһәтенән алдынғылар рәтенә индереүе ауыр ине был ауылды һуңғы тиҫтә йылдарҙа. Әммә яйлап халыҡтың үҙаңы уяна, сәләмәт, имен тормош яҡлы булғандарҙың һаны арта бара. Вәлит һәм Комсомол ауылдарын бергә ҡушып тороусы иман йортона йөрөүселәр һаны арта, айырыуса улар араһында йәштәрҙең, ир-егеттәрҙең булыуы ҡыуаныслы күренеш. Йома һайын намаҙға йыйыла улар, аят сәйҙәре үткәрелә.
Вәлиттәр шулай уҡ төрлө мәҙәни, спорт саралары ла ойоштора. Ошо көндәрҙә генә ауылда Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған шашка һәм шахмат турниры үткән. Вәлиттәр шулай уҡ район кимәлендә иғлан ителгән төрлө хәйриә акцияларының да даими ҡатнашыусылары. Махсус хәрбиә операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға даими рәүештә ярҙам итә улар. Әйткәндәй, бөгөн Украинала хәрби бурысын үтәүсе яҡташтарыбыҙ араһында Вәлит ауылы егеттәре лә байтаҡ.
Уҙған йылда махсус хәрби операцияның тәүге көндәрендә үк билдәле дини мәғрифәтсе, ишан Ғатаулла Әбделкәрим улы Әлибаевтың нәҫелдәре булған ауыл халҡы мәсеткә йыйылып, хәрби бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙҙың һаулығы өсөн аят бағышлағайны. Ниәттәре изге, эштәре көйлө булһын аратабан да ауыл халҡының. Мәртәбәле конкурста ҡатнашыу осоронда йәнләнеп ҡалған ауыл тормошо артабан да гөрләп торһон!

#АйыҡАуыл2023
#ТрезвоеСело2023

Администрация Хайбуллинского района

 

 

Автор:
Читайте нас