ЙӘМҒИӘТ
13 Октябрь 2023, 05:46

Хдр, Аннель һәм Альвиан...

Башҡортостанда сабыйҙарға ҡушылған үҙенсәлекле һәм иң популяр исемдәр билдәле булды

Хдр, Аннель һәм Альвиан...Хдр, Аннель һәм Альвиан...
Хдр, Аннель һәм Альвиан...

Йыл башынан Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре асыҡланды. «Реестр ЗАГС» сайтында хәбәр ителеүенсә, малайҙарға ҡушылған иң һирәк исемдәр — Хдр, Юсиф, Альвиан, Ронель, Раим.  Ҡыҙҙар араһында иһә Аннель, Йәмилә, Урсула, Ванесса, Адива.

Республикала Әминә (354 ҡыҙ), София (337), Эмилия (322), Арина (320), Ева (315) кеүек ҡатын-ҡыҙ исемдәре популяр. Малайҙарға йышыраҡ Әмир (431), Марк (324), Тимур (316), Мирон һәм Матвей (309) тип ҡушҡандар.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, октябрь башында республикабыҙҙа Наоми, Иман, Алика, Миша, Флүзә кеүек ҡатын-ҡыҙҙар исемдәре теркәлгән. Ир-егеттәр исемдәре араһында — Северин, Бакир, Валентин, Нэйтан, Мансаф.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас