ЙӘМҒИӘТ
13 Октябрь 2023, 05:40

Аҡнаҙарҙа һәр ҡатын-ҡыҙ кулинария оҫтаһы!

Бында һәр төрлө бәлеш, икмәк, ҡоймаҡ-бауырһыҡтар бешереү буйынса конкурс үтте

Аҡнаҙарҙа һәр ҡатын-ҡыҙ кулинария оҫтаһы!Аҡнаҙарҙа һәр ҡатын-ҡыҙ кулинария оҫтаһы!
Аҡнаҙарҙа һәр ҡатын-ҡыҙ кулинария оҫтаһы!

Аҡнаҙарҙа Республика көнөнә арналған байрам сараһында алдан уҡ  “Икмәк булһа, йыр ҙа була" тип исемләнгән конкурс иғлан ителгәйне, ауылдың оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары  матурлап һәм  оҫта итҽп төрлө пирог-бәлештәр, күпереп бешкән икмәк бешергәйне, ә инде  ҡоймаҡ-бауырһаҡтарҙан өҫтәл һығылып торҙо. Беҙҙең ауылда һәр ҡатын-ҡыҙ оҫта бешерә, шуларҙың араларынан иң-иңдәренә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.

Шулай уҡ байрам барышында МХО-ла ҡатнашыусы егҽттәребеҙгә лә әҙ булһа ла ярҙам ойошторҙоҡ. Байрам һуңында ҡайнар самауыр сәйҙәре эсеп, Башҡортостаныбыҙҙың тағы ла сәскә атыуын, илдә тыныслыҡ урынлашыуын, барыбыҙҙың да һау-сәләмәт булыуын теләп таралыштыҡ.

                                                                                                       
Акназаровский Сельский-Клуб

https://vk.com/id409188065

 

Автор:
Читайте нас