

Үрнәк мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә арналған "Көҙгө муллыҡ - байлыҡ" байрам-йәрминкәһе ойошторолған
"Ауылыбыҙҙың уңғандары был саранан да ситтә ҡалманы, өҫтәлдәр ризыҡтан һығылып торҙо: берәүҙәре һөт эшкәртеп, ҡорот, май, ҡаймаҡ, эремсектәр эшләп алып килһә, икенселәре тәмле бәлеш, майикмәк, бауырһаҡтар бешереп, һатыуға алып сыҡты. Сания Дәүләтшина, Фирузә Ҡыҙрасова, Зәйтүнә Иҙрисова, Рәйсә Искәнйәрова, Әминә Ҡаһарманова, Мәүлихә Теләүғолова, Шаһиҙә Дәүләтшина, Зифа Байдәүләтова ҡышҡы һыуыҡтарға әҙерләнеүселәргә йылы йөн ойоҡ, бейәләйҙәр ҙә тәҡдим итте. Хатта һатыуға ҡуйылған селек һеперткеләр ҙә үҙ хужаларын тапты. Ошо сарала әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт! Донъяғыҙ теүәл, тормошоғоҙ уң, һаулығығыҙ ныҡ булһын, һәр атҡан таңға ҡыуанып, бәрәкәтле мул тормошта бәхетле йәшәгеҙ!" – тип хәбәр итәләр Үрнәк ауылы клубы төркөмөндә.