

Әбеш ауыл биләмәһе районда урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының иң әүҙем ҡатнашыусыларының береһе. Быйыл Ҙур Арыҫланғолдар ауыл зыяратын тимер менән кәртәләүҙе хуплап, ошо программала еңеп сыҡҡан. Әле аукционда еңгән ойошма кәрәкле материалдарҙы килтереп ҡуйған да инде. Алдағы көндәрҙә (13, 14, 15 октябрь) ауылда ошо изге эште башҡарып ҡуйыу ниәте менән өмә иғлан ителгән. Унда ситтә йәшәүсе ауылдаштар ҙа ҡатнашып, үҙ өлөшөн индерә ала, тип хәбәр итә ауыл биләмәһе хакимиәте.