ЙӘМҒИӘТ
12 Октябрь 2023, 17:21

Һамар ауылы ҡатын-ҡыҙҙары изге эшкә тотонған

"Яугирҙарға оҙатыласаҡ ҡоро йәшелсә аштары йыйылмаларын әҙерләү өсөн төрлө йәшелсәләрҙе киптерергә кәрәк" - ти уңған хужабикәләр. Афарин!

Һамар ауылы ҡатын-ҡыҙҙары изге эшкә тотонғанҺамар ауылы ҡатын-ҡыҙҙары изге эшкә тотонған
Һамар ауылы ҡатын-ҡыҙҙары изге эшкә тотонған

"Йылы аш менән туҡланыу - һәр кеше өсөн бик мөһим! Ләкин махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ҡайһы саҡта усаҡ янында торорға һәм ризыҡ әҙерләргә ваҡыттары булмай. Магазинда һатылған тиҙ генә әҙерләнгән һалма менән генә йән аҫрап булмай. Шуға күрә, егеттәр менән кәңәшләшеп, көрөшкәгә һалып тиҙ генә ашап алырға мөмкин булған ҡоро йәшелсә аштары әҙерләргә булдыҡ. Ә бындай аштар өсөн бик күп йәшелсә киптерергә кәрәк! Һәм бына Һамар ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙар был эште башланы!" - тип яҙа Хәйбулла ирекмәндәре.

фото һәм мәғлүмәт:Волонтёры Хайбуллы.Доброе дело

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас