

Йыл һайын 9 октябрҙә бөтә илдәрҙең почта хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын – Бөтә донъя почта көнөн билдәләй. Хәҙерге донъяла интернет үҫешенә ҡарамаҫтан, почта элеккесә иң кәрәкле хеҙмәттәрҙең береһе булып ҡала.
Кешеләр, элеккесә, хаттар яҙа,посылкалар менән алмаша, гәзит-журналдарға яҙыла, һуңғы ваҡытта почта күрһәткән хеҙмәттәр һиҙелерлек киңәйә, яңы төрҙәре барлыҡҡа килә. Бында яҡтылыҡ, телефон, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр өсөн дә баралар. Ышаныслы почта һәм почтальондарһыҙ бер нисек тә булмай. Ауыл почтальонының хеҙмәте бер-береһенән алыҫ араларға таралған тораҡ пункттарҙы хеҙмәтләндереү менән айырылып тора. Теләһә ниндәй һауа торошонда улар тиҫтәләгән саҡрым самаһы ара үтә, шулай итеп, халыҡ гәзит-журналдарҙы, квитанцияларҙы ваҡытында ала. Почта хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән ҡотлап, уларға ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет һәм уңыш теләйбеҙ.
фото:Ивановка клубы.