ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2023, 14:45

Хеҙмәттәре лайыҡлы билдәләнде

     

Хеҙмәттәре лайыҡлы билдәләндеХеҙмәттәре лайыҡлы билдәләнде
Хеҙмәттәре лайыҡлы билдәләнде

Аҡъяр ауылының "Уңыш" стадионында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантаналы сара үтте.  Байрам сиктәрендә республика һәм район наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте.  

Райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм Башҡортостан Республикаһы көнөн байрам итеүгә бәйле Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы хакимиәтенең Рәхмәт хаттары Һамар ауылынан Шәиғ Раф улы Рәсүлев һәм  Әнфәр Мазһар улы Ғәлләметдиновҡа тапшырылды.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлихов та хәйбулларҙы ҡотланы. Башҡортостан Республикаһының мәҙәни-рухи байлығын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн ул Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Фәрит ҡыҙы Имановаға Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһын тапшырҙы. Шулай уҡ әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм урындағы үҙидараны үҫтереүгә тос өлөш индергәне, Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр советы ассоциацияһының Рәхмәт хатын Әбүбәкер ауылы старостаһы Рамаҙан Нәсибулла улы Назаровҡа тапшырҙы.

Дәүләт идаралығын цифрлы үҫтереү өлкәһендәге емешле эшмәкәрлеге, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығының Рәхмәт хаттары «АкваСервис» муниципаль унитар предприятиеһы директоры Руслан Шәһит улы Абдуллинға һәм муниципаль район хакимиәтенең иҡтисад һәм инвестиция эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы урынбаҫары Руслан Рацил улы Абдуллинға тапшырылды.

«Экология» милли проектының «Уникаль һыу объекттарын һаҡлау» федераль проектының «Рәсәй һыуы» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә экологик сараларҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн йәмәғәтсе Баймырҙин Кәбир Баймырҙа улы, Егоров Петр Григорьевич һәм Әбеш ауыл советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Күскилдина Әлфирә Ғиниәт ҡыҙына рәхмәт хаттары тапшырылды.

Хеҙмәттәре лайыҡлы билдәләнде
Хеҙмәттәре лайыҡлы билдәләнде
Хеҙмәттәре лайыҡлы билдәләнде
Хеҙмәттәре лайыҡлы билдәләнде
Хеҙмәттәре лайыҡлы билдәләнде
Хеҙмәттәре лайыҡлы билдәләнде
Хеҙмәттәре лайыҡлы билдәләнде
Хеҙмәттәре лайыҡлы билдәләнде
Хеҙмәттәре лайыҡлы билдәләнде
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас