

Аҡъяр ауылының "Уңыш" стадионында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Байрам сиктәрендә республика һәм район наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хәйриә ярҙамы күрһәткәндәре һәм "УАЗ" автомобилдәрен биргәндәре өсөн муниципаль район хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән Подольск ауылы старостаһы Борис Сәлимйән улы Исҡаҡов һәм Савельевка ауылынан Александр Анатольевич Чинянин билдәләнде.
"Һәр һалдат беҙ бергә икәнебеҙҙе тойорға тейеш. Беҙҙең бурыс - кем нисек булдыра ала, шулай ярҙам итеү. Яугирҙарыбыҙ тыуған яғына имен-һау әйләнеп ҡайтһын, йорт-ил тыныс булһын!" - тиҙәр улар. Илебеҙ өсөн оло һынау ваҡытында район халҡының ярҙам күрһәтеүгә үҙ өлөшөн индереүе оло маҡтауға лайыҡ.