

Сарала муниципаль район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Башҡортостан республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Бирғулиев, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илнур Сәлихов, «Башҡорт баҡыры» ЯСЙ-ның генераль директоры Александр Туленков, «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Аблаев, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры Айнур Биембәтов ҡатнашты.
Бөтә сығыш яһаусылар үҙҙәренең ҡотлауҙарында республикабыҙ – ҡеүәтле, үҫешкән иҡтисады һәм социаль өлкәһе булған төбәк, тип билдәләне. Башҡортостан инвестиция йәлеп итеүсәнлеген ышаныслы арттыра, үҙенең традицияларын һаҡлай һәм мәҙәни һәм рухи мираҫты һаҡлауға һаҡсыл ҡарай.
Тантаналы сара сиктәрендә республика һәм район наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Байрам сараһы райондың ижади коллективтары башҡарыуында концерт программаһы менән оҙатылды. Балалар өсөн дә күңел асыу саралары әҙерләнгән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ярҙам итеү өсөн «Еңеү өсөн» акцияһы үтте. Стадионда шулай уҡ аҙыҡ-түлек һәм сувенир тауарҙары менән сауҙа итеү ойошторолдо. Тантанала ҡатнашыусылар картуф, кәбеҫтә һәм башҡа йәшелсәләрҙе һайлап, ауыл хужалығы йәрминкәһендәге өйҙәге баҙҙарын тулыландыра алды. Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән һәм Хәйбулла райондары командалары ҡатнашлығында «Ылаҡ» башҡорт ат уйыны буйынса турнир ойошторолдо.