

Аҡъяр ауылының "Уңыш" стадионында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Байрам сиктәрендә республика һәм район наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте.
Урман хужалығы системаһында күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте һәм Урман хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеүгә бәйле Хәйбулла районы хакимиәтенең Почет грамотаһы менән Йылайыр урман хужалығы урмансыһы Юлай Күскилдин бүләкләнде.
"Урмансы һөнәрен һайлаусылар араһында осраҡлылар юҡ. Тәбиғәтте яратҡан кеше генә был шөғөлдө үҙ итә", тип иҫәпләй тәжрибәле урман һаҡсыһы.