ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2023, 13:53

Республикабыҙҙы данланылар, хеҙмәтсәндәрҙе ҙурланылар

  

Республикабыҙҙы данланылар, хеҙмәтсәндәрҙе ҙурланыларРеспубликабыҙҙы данланылар, хеҙмәтсәндәрҙе ҙурланылар
Республикабыҙҙы данланылар, хеҙмәтсәндәрҙе ҙурланылар

Аҡъяр ауылының "Уңыш" стадионында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантаналы сара үтте.  Байрам сиктәрендә республика һәм район наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте.  

Маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшкән, һөнәри оҫталыҡ күрһәткән һәм Башҡортостан Республикаһы көнөн байрам итеүгә бәйле Хәйбулла районы хакимиәтенең рәхмәт хаттары Хәйбулла районы буйынса мәшғүллек үҙәге инспекторҙары  Дилара Хажмөхәмәт ҡыҙы Сирбаеваға һәм  Лиана Фәрхетдин ҡыҙы Торсонбаеваға тапшырылды.

Намыҫлы хеҙмәте һәм балаларҙы үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө өсөн, район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән шулай уҡ «Һаҡмар» шифаханаһы тәрбиәселәре Наталья Анатольевна Бондаренко Һәм Гөлназ Әхмәтйән ҡыҙы Ҡужина бүләкләнде.

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн район хакимиәтенең рәхмәт хаттары шулай уҡ Хәйбулла районы электр селтәрҙәренең Аҡъяр участкаһының бүлеү селтәрҙәренең мастеры  Рацил Ирәндек улы Хәкимовҡа  һәм электромонтеры Федор Таһир улы Хәкимовҡа  тапшырылды.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары, намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының процедура кабинеты шәфҡәт туташы Мәрйәм Зәкир ҡыҙы Ғәлина һәм Әлиә Рәил ҡыҙы Мәмбәтова бүләкләнде.

Республикабыҙҙы данланылар, хеҙмәтсәндәрҙе ҙурланылар
Республикабыҙҙы данланылар, хеҙмәтсәндәрҙе ҙурланылар
Республикабыҙҙы данланылар, хеҙмәтсәндәрҙе ҙурланылар
Республикабыҙҙы данланылар, хеҙмәтсәндәрҙе ҙурланылар
Республикабыҙҙы данланылар, хеҙмәтсәндәрҙе ҙурланылар
Республикабыҙҙы данланылар, хеҙмәтсәндәрҙе ҙурланылар
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас