

Подольск ауылының йәш ирекмәндәр хәрәкәте активистары Хәйбулла ирекмәндәре менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн маскировка селтәрен үреү буйынса оҫталыҡ дәресендә осрашты. Уҡыусылар кәрәкле материалдарҙы әҙерләргә һәм маскировкалау селтәрен үреү нигеҙҙәрен бик теләп өйрәнгән. Афарин!