

Өфө ауылында йәшәүсе Мәхмүтйән һәм Рәйсә Рәмовтар ғаиләһе бынан 44 йыл барлыҡҡа килә. Өлгөлө, ауылдаштары араһында ихтирам ҡаҙанған дан ғаиләләрҙең береһе улар.
Ҡул ҡаушырып, тик кенә ултырғандарҙан да түгел Рәмовтар. Мәхмүтйән Ғәлимйән улы мал-тыуар һәм техника тирәһендә урала. Ишек алдары бөтөн, бөтәһе лә уның оҫта ҡулдары менән эшләнгән, Рәйсә Ғәйнетдин ҡыҙының иңендә иһә баҡса, йорт мәшәҡәттәре. Рәмовтар мал-тыуар, ҡош-ҡорт тота. Йорттарының төҙөклөгө, тормоштарының муллығы ла тырыш хеҙмәттәренең емеше. Тормошҡа айыҡ зиһен, сабыр аҡыл менән ҡарап, иңгә-иң терәшеп донъя көтә татыу ғаилә. Бер-береһен аңлап, оҙаҡ йылдар тиң ғүмер кисергән Рәмовтар ғаиләһенең йорто ауылда «Өлгөлө йорт» исемен йөрөтә.
Хаҡлы ялға тиклем Мәхмүтйән Ғәлимйән улы оҙаҡ йылдар буйы Матрай совхозында тракторсы булып эшләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре” исеменә, “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн” орденына лайыҡ була.
Рәмовтарҙың ҡыуаныстары – ата-әсәһенән үрнәк алып, үҙ ғаиләләре менән лайыҡлы донъя көтөүсе ҡыҙҙары Ләйсән һәм Әлифә.
Йәй етһә Рәмовтарҙың ишек алды ейән-ейәнсәрҙәренең шат тауыштары менән тула. Айыҡ тормош өлгөһө – сәләмәтлек, именлек нигеҙе икәнлеген Рәмовтар үҙ миҫалында асыҡ дәлилләй.
Сығанаҡ һәм фото: район хакимиәте.