

Ветерандар советы рәйесе М.И.Рәхмәтова,ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Х.М.Аллабирҙина, Иләс клубының мәҙәниәт хеҙмәткәре З.С.Шәрипова ауылыбыҙҙың иң оло кешеһе 98 йәшлек Шәмсикамал инәйҙе ололар көнө менән ҡотланы. Шулай уҡ Иләстәр "Мәрхәмәтлек айлығы" акцияһына ихлас ҡушылып, оло йәштәгеләргә ярҙам күрһәтте.