

Хәйбулла районы "Бәпембә" балалар баҡсаһында Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған ҙур сара үтте. Шуныһы ҡыуаныслы - был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде.Байрам программаһына тәрбиәселәрҙең һәм кескәй дуҫтарыбыҙҙың сығышы йәм өҫтәне. Балалар лайыҡлы хеҙмәт юлын үткән ветерандарыбыҙға шиғыр, йыр-бейеүҙәр бүләк итте. Сираттағы байрам ветерандарыбыҙ өсөн күңел байрамына әйләнде. Сара күңелле сәй табыны менән тамамланды.
Хөрмәтле ветерандарыбыҙ! Һеҙҙе тағы бер ихлас күңелдән Ололар көнө менән ҡотлайбыҙ! Алдағы тормошоғоҙҙа ҡоростай сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, оҙон, тыныс, мул, татыу тормош теләйбеҙ!