

1 октябрҙән Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарында хәрби хеҙмәткә саҡырылыш башлана (Алыҫ Төньяҡта ғына климатҡа бәйле 1 ноябрҙән). Был турала Оборона министрлығы вәкилдәре Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Баш ойоштороу-мобилизация идаралығы начальнигы урынбаҫары Владимир Цимлянскийҙың брифингында белдерҙе, тип хәбәр итә «Башинформ».
«Егеттәрҙең барыһы ла Рәсәй биләмәһенә хәрби хеҙмәткә оҙатыла. Улар Рәсәй Ҡораллы Көстәренең яңы төбәктәрҙәге дислокация пункттарына ебәрелмәй, махсус хәрби операция бурыстарын үтәүҙә ҡатнашмай», - тип билдәләнеләр Оборона министрлығында.
Хәрби хеҙмәтен тултырған егеттәр өйҙәренә ҡайтарыла.
Шул уҡ ваҡытта, Рәсәй Ҡораллы Көстәренең Генераль штабында өҫтәмә мобилизация сараларын уҙғарыу планы юҡ.