

Беҙҙе Түшауыл мәҙәниәт йорто мөдире Лидия Ниғәмәтова ихлас ҡаршы алып: “Ауылыбыҙҙа уүған, егәрле кешеләр йәшәй, өлгөлө ғаиләләр бихисап. Кешегә мәрхәмәтле булыуҙары, татыу донъя көтөүҙәре менән ауылдаштарыбыҙ араһында абруйлы улар. Уларҙың яҙмышы, тормошо йәш быуын өсөн матур өлгө, үҙҙәре - ауылыбыҙ күрке. Бәләкәй тыуған ерен, үҙ ауылдарын һаҡлап ҡына ҡалмаған улар, өлгөлө, матур, етеш йәшәүҙәре, дәртле, уңған булыуҙары менән дә өлгө күрһәтәләр. Ғөмүмән, бына тигән балалар тәрбиәләп, үҫтереп, уларҙың һәр береһенә оло тормош юлын башлап ебәрергә ярҙам иткән, оло хөрмәткә лайыҡ атай-әсәй улар. Шуларҙың бер-нисәүһе менән яҡындан танышып аралашайыҡ. “Мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр үҙ күҙең менән күреүең яҡшыраҡ”, - тип артынан эйәртеп алып китте. Шәхсән миңә тәүҙә Хөсәйен һәм Фәтхиә Кинйәбаевтар, артабан Исхаҡ һәм Венера Бараҡовтар йорттарында булырға насип булды. Йорт-ҡураны төҙөк тотоу ир кешенең ҡулында булһа, ҡатын йорт-ихатаһын гөл-сәскәләр менән биҙәй, өйҙәренең нурлы, ҡотло булыуы тап уның эшһөйәрлегенә бәйле. Ысынлап та, был хужалар йорттары үҙенең матурлығы, сағыулығы менән әллә ҡайҙан балҡып, әйҙәп ултыра. Ике йорт-ҡурала ла тәртип, таҙалыҡ булдырған салт, егәрле кешеләр донъя көтөүе көн кеүек асыҡ ине.
Хөсәйен Нурғәле улы һәм Фәтхиә Айытбай ҡыҙы Кинйәбаевтар ауылдың өлгөлө ғаиләләренең береһе ул. Олоғайған көндәрендә лә ҡул ҡаушырып ултырырға һис тә ваҡыттары юҡ. Мин барып ингәндә лә йорт хужабикәһе рәхәтләнеп ҡыҙыл эремсек эшләү менән мәшғүл булһа, тормош иптәше туғанына картуф ҡаҙышырға сыҡҡан ине.
Фәтхиә Айыбай ҡыҙы сығышы менән Баймаҡ районы Ҡарамалы ауылынан. Мәктәптән һуң һатыусы, һуңынан Сибай училищеһында штукатур-маляр һөнәрҙәренә уҡый. 19 йәшлек һылыу ҡыҙ 1979 йылда Түшауыл егете Хөсәйен менән никахлаша. Фәтхиә Айытбай ҡыҙы: “Был ваҡыт бөгөнгөләй хәтеремдә - ауылымда һатыусы булып эшләп йөрөгән саҡ ине. Ә Хөсәйен Ҡарамалыға беҙгә күрше генә йәшәгән апаһына ҡунаҡҡа килеп йөрөй торғайны. Шунда бер-беребеҙгә күҙ һалғанбыҙҙыр. Беҙҙе таныштырып, оҙаҡламай өйләнештек тә”, - тине ул йылмайып.
Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 39-сы һанында