

«Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабы сиктәрендә Яңы Ергән ауыл клубы майҙанында спорт флешмобы үтте.
Ауыл фельдшеры Рәлиф Искәнйәров дөйөм һауыҡтырыу зарядкаһын үткәрҙе. Ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай саралар балаларҙы һәм өлкәндәрҙе ыңғай энергия менән тәьмин итә һәм физкультураға һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итә. Актив хәрәкәттәр, шат йөҙҙәр флешмобта ҡатнашыусыларҙы берләштерҙе һәм бөтәһенә лә көс-дәрт өҫтәне, ә иң мөһиме, улар үҙ һаулығы өсөн ваҡытын файҙалы ваҡыт үткәрҙе.