

Беҙҙе Түшауыл мәҙәниәт йорто мөдире Лидия Ниғәмәтова ихлас ҡаршы алып: “Ауылыбыҙҙа уңған, егәрле кешеләр йәшәй, өлгөлө ғаиләләр бихисап. Кешегә мәрхәмәтле булыуҙары, татыу донъя көтөүҙәре менән ауылдаштарыбыҙ араһында абруйлы улар. Уларҙың яҙмышы, тормошо йәш быуын өсөн матур өлгө, үҙҙәре - ауылыбыҙ күрке. Бәләкәй тыуған ерен, үҙ ауылдарын һаҡлап ҡына ҡалмаған улар, өлгөлө, матур, етеш йәшәүҙәре, дәртле, уңған булыуҙары менән дә өлгө күрһәтәләр. Ғөмүмән, бына тигән балалар тәрбиәләп, үҫтереп, уларҙың һәр береһенә оло тормош юлын башлап ебәрергә ярҙам иткән, оло хөрмәткә лайыҡ атай-әсәй улар. Шуларҙың бер-нисәүһе менән яҡындан танышып аралашайыҡ. “Мең тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр үҙ күҙең менән күреүең яҡшыраҡ”, - тип артынан эйәртеп алып китте. Шәхсән миңә тәүҙә Хөсәйен һәм Фәтхиә Кинйәбаевтар, артабан Исхаҡ һәм Венера Бараҡовтар йорттарында булырға насип булды. Йорт-ҡураны төҙөк тотоу ир кешенең ҡулында булһа, ҡатын йорт-ихатаһын гөл-сәскәләр менән биҙәй, өйҙәренең нурлы, ҡотло булыуы тап уның эшһөйәрлегенә бәйле. Ысынлап та, был хужалар йорттары үҙенең матурлығы, сағыулығы менән әллә ҡайҙан балҡып, әйҙәп ултыра. Ике йорт-ҡурала ла тәртип, таҙалыҡ булдырған салт, егәрле кешеләр донъя көтөүе көн кеүек асыҡ ине.
Бараҡовтарҙың ҡотло донъяһы
Венера Әмир ҡыҙы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Аҡбулат ауылында тыуып үҫкән. 10-сы класты тамамлағас, Новотроицк ҡалаһына крансы һөнәренә уҡырға бара. Әңгәмәсем йәш саҡтарының матур хәтирәләренә бирелеп: “Уҡыған, студент саҡтар иң күңелле мәлдәр булғандыр. Шул ваҡытта буласаҡ тормош иптәшемдең һеңлеһе Люциә менән бер төркөмдә уҡыныҡ. Бер ялда беҙҙең ауылға барһаҡ, икенсе юлы уларҙың ауылдарына ялға ҡайта инек. Шулай бер ваҡыт әрменән яңы ғына хеҙмәт итеп ҡайтҡан ағайы Исхаҡ менән таныштыҡ. Өс йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1977 йылда өйләнештек. Шул ваҡыттан иңде-иңгә терәп донъя көтәбеҙ”, - тине ул. “Шундай һылыу ҡыҙ минең ҡармаҡҡа эләкте”, - тип шаяртып алды эргәһендә ултырған Исхаҡ Ғәлиулла улы.
Венера Әмир ҡыҙы Түшауылға килен булып төшөрәләр, әммә был ваҡытта Исхаҡ Ғәниулла улының ғаиләһе Баймаҡ ҡалаһына күскән була һәм киленде Баймаҡ ҡалаһына алып ҡайталар. Исхаҡ Ғәниулла улы Юлдыбай училищеһында шоферлыҡҡа уҡый. “Бәләкәйҙән әрмелә шофер булырға хыялландым. Училищенан һуң шоферлыҡҡа курстар үтеп, сат йәбешеп уҡыным һәм ҡулыма таныҡлыҡ алдым. Әрмегә йәшем еткәс, Монголияның Чойр хәрби ҡаласығында хеҙмәт иттем. Унан һуң Чита ҡалаһына уҡыу комбинатына ебәрҙеләр. Автокрановщикка уҡыным. Әрме хеҙмәтем ваҡытында ер-һыу, әллә нисә тапҡыр Байҡалды күреп, ике йыл хеҙмәтемде тултырып, тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайттым”, - тип иҫкә алды ул.
Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 39-сы һанында