ЙӘМҒИӘТ
28 Сентябрь 2023, 09:57

Ауылды мәктәп йәмләй

..

Ауылды мәктәп йәмләйАуылды мәктәп йәмләй
Ауылды мәктәп йәмләй

Район үҙәгенән иң йыраҡта, хозур тәбиғәт ҡосағында, ғорур Һәйет тауы битләүендә һыйынып ҡына ултырған 1-се Мырҙа ауылына барыу үҙе бер алтын көҙ әкиәтенә тиң сәйәхәт булды. Тау битләүендә ултырғанғамы уны халыҡ телендә Түшауыл тип йөрөтәләр. Башҡоҙоҡ шишмәһе, хозур тәбиғәтле Һәйет тауы менән ғорурлана был ауылдаштар.

 Күркәм холоҡло, дәртле һәм уңған 1-се Мырҙалар хаҡында күптән хәбәрҙар булыуыма ҡарамаҫтан, бында ошо ижади составта икенсегә килдек. Оло йортҡа ни кәрәкһә, бәләкәй йорт­ҡа ла шул кәрәк, тигәндәй, үҙҙәренең башланғыс мәктәбе, мәҙәниәт усағы бар. Әммә магазиндың булмауы бәкәлгә һуға.

Түшауыл менән яҡыныраҡ танышыу өсөн иң башта ауылдың йөрәге лә, ҡото ла, киләсәге лә булған, башланғыс белем биреү мәктәбе урынлашҡан бинаға килдем.

Мәктәптең ихатаһы шау сәскәләргә күмелгән, төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша. Танышыуҙы мәктәптән башлауым да юҡҡа түгел, сөнки бөгөн күп кенә төпкөл ауылдарҙың белем усаҡтары ишегенә йоҙаҡ эленгән, уларҙың ҡайтанан асылырына ышаныс юҡ. Был йәһәттән Түшауылдар күпкә бәхетлерәк: ике генә бала белем алыуына ҡарамаҫтан, мәктәп эшләүен дауам итә.

Мәктәптә 3-сө класта ике уҡыусы уҡый,  ике хеҙмәткәр – уҡытыусы һәм ашнаҡсы эшләй. Улар мине ихлас ҡаршы алып мәктәп менән таныштырҙы. 35 йылдан ашыу балаларға белем биргән тәжрибәле уҡытыусы 1-се Мырҙа ауылы ҡыҙы Рәсимә Вәлиева быға тиклем Первомайский ауылында эшләгән. 1-се Мырҙала уҡытыусы китеүе сәбәпле икенсе йыл ошо мәктәпкә Первомайскийҙан йөрөп эшләй. Рәсимә Ким ҡыҙы мәктәп тураһында мәғлүмәт биреп:

– Балаларҙың тыуған ауылында йәшәп, уҡыуы бик һәйбәт. Әлегә уҡыусылар һаны әҙ булһа ла, ауылда мәктәпкәсә йәштәге сабыйҙар бар. Эшемде яратам. Ауыл бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ шул тиклем татыу һәм уңған. Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, бер генә сара ла уларһыҙ үтмәй. 

Былтыр 4 бала уҡыны, быйыл иһә 2 бала ғына ҡалды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тырышып эшләйбеҙ. Ремонт эштәре лә урап үтмәй белем усағын. Былтыр “Башзолото” йәмғиәте тарафынан мәктәп тирәләй яңы заманса ҡоймалар ҡуйылды, быйыл иһә Өфө ауыл хакимиәте ҡарары менән иҫке, ел өрөп торған ағас тәҙрәләр пластикка алмаштырылды. Шуға ла хәҙер бында көҙгө-ҡышҡы һыуыҡтарҙа ла уңайлы һәм йылы. Мәктәптә ашхана, уйын бүлмәһе, бина эсендә бәҙрәфе, ғөмүмән, балаларға ла, хеҙмәткәрҙәргә лә эшләү өсөн бөтә шарттар бар. Ашнаҡсыбыҙ Земфира Ниғәмәтованың ғаиләһе ауылда өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Ул эшен еренә еткереп эшләгән, тырыш хеҙмәткәр. Үҙ-ара килешеп эшләйбеҙ. Мәктәп баҡсаһын үҫтереүҙә ярҙамлаша, балаларға тәмле итеп бешерергә лә оҫта, талапсан, егәрле ашнаҡсы. Субботниктарға ата-әсәләр менән берлектә балаларҙы ла йәлеп итәбеҙ. Район үҙәгенән алыҫта урынлашыуға ҡарамаҫтан, уҡыусылар муниципаль этапта үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, уңыштарға өлгәшә. Уҡыусыларыбыҙ район, республика кимәлендә ойошторолған ижади конкурстарҙа, ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулағандары бихисап. Мәктәптә иһә барлыҡ мәҙәни саралар клуб мөжире Лидия Ғәлимйән ҡыҙы етәкселегендәге "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары ҡатнашлығында үтә. Мәҫәлән, яңыраҡ Милли кейем көнөнә ҡарата бай йөкмәткеле сара ойошторолдо. Аллаһ бирһә, балалар булып торһа ауылда мәктәп артабан да йәшәр тигән өмөттәбеҙ, - тип хушлашты Рәсимә Ким ҡыҙы.

 

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас