

Көҙҙөң сағыу ҡояшлы көнөндә Өфө ауылынан Факил һәм Рәмзиә Түләбәевтар өйөнә килен төшөргән. Заһир атлы аҫыл егет Степной ауылынан кәләш алып ҡайтҡан, Түләбаевтар ғаиләһе ишәйгән!
Йәштәрҙе Өфө ауылы ағинәйҙәре ҡаршы алды. Киленде, йола буйынса, ҡәйнәһе ап-аҡ яҫтыҡҡа баҫтырып, бал менән май ҡаптырып, изге теләктәрен еткереп ҡаршы алған. Ағинәйҙәр һамаҡлап йәштәргә нәсихәттәр әйткәндәр, матур йоланы үтәп, бәхетле йәштәрҙе өйгә тиклем оҙатып ҡуйғандар.
Йәштәр бәхетле, ҡорған ғаиләләре ныҡлы булһын!