

Оло Әбеш ауылында "Айыҡ ауыл 2023" конкурсының район этабы сиктәрендә "Көҙгө байлыҡ - йәшәйек айыҡ!" тип аталған сағыу сара уҙған.
Айыҡлыҡты, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған был сара ауылдың дүрт урамы араһында бәйгҽ рәүешендә үткән. Баһалама ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләүе бик ауырға тура килгән, сөнки ҡатнашыусыларҙың барыһының да өҫтәлдәре төрлө йәшелсә, емеш-еләктән, ҡайнатмалар һәм тоҙланған ризыҡтарҙан һығылып торған. Йәшелсәләрҙән эшләнгән һындар иһә кеше фантазияһының ни тиклем бай икәнен күрһәткән. Ашҡабаҡтарҙың ҙурлығы, ауырлығы буйынса ярышта 30 кг саҡ ҡына тулмай Хәмит Мөхәмәтов еңһә, байрамдың "Көҙ батшаһы" һәм "Көҙ һылыуы" исемдәренә Сәлимйән һәм Әнисә Әминевтар лайыҡ булған. Командаларға төрлө номинацияларҙа урындар бирелгән. Сара барышында шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ауылдаштарына һәм яҡташтарға аҡсалата һәм әйберләтә ярҙам йыйыу акцияһы ла ойошторолған.