

-Бөгөн Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбе территорияһында “Йәшел Башҡортостан” акцияһы үткәрелә. Уның сиктәрендә бөгөн һәм иртәгә 500-ҙән ашыу ҡарағай, 100-ҙән ашыу шыршы үҫентеләре ултыртыла. Был республика акцияһы райондың барлыҡ ауылдарында ла үткәрелә. Унда бөтә ойошмалар һәм учреждениелар ҡатнаша. Яҙ көнө үткәрелгән акцияла район буйынса 800-ҙән ашыу ағас үҫентеләре ултыртылды, - тине район хакимиәтенең сәнәғәт, экология, граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлеге белгесе Венера Гвоздева.