

"Мәрхәмәтлек айлығы" сиктәрендә Подольск ауылы мәктәбендә төрлө саралар үтә. Уҡыусылар "Яҡшы ҡулдар" һәм "Изгелек кәрзине" акцияларында әүҙем ҡатнаша.
7-се класс уҡыусылары Фәғилә Зәбих ҡыҙы Иҫәнбаеваның ихатаһында ярҙам күрһәткән. Ә мәктәп активистары имровизацияланған кәрзиндәрҙе биҙәгән һәм уларҙы мәктәп фойеһына ҡуйған. Теләгән һәр кем кәрзингә яугирҙаргә иң кәрәкле әйберҙәр һала ала.